4 декабрь, Йәкшәмбе

20 октябрь 2015 йыл, 16:59

«Башнефть» нефть сығарыуҙы арттырған һәм уны эшкәртеүҙе кәметкән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. «Башнефть» компанияһы былтырғы менән сағыштырғанда нефть сығарыуҙы арттырған һәм уны эшкәртеүҙе кәметкән. Ағымдағы йылдың туғыҙ айындағы отчет мәғлүмәттәре ошоно раҫлай.

Етештереү эшмәкәрлегенең яҡынса йомғаҡтарына ярашлы, 2015 йылдың өсөнсө кварталында 14,6 тонна нефть сығарылған, был былтырғы ошо уҡ осорҙағы күрһәткестән 12,1 процентҡа юғары. Компанияла быны Тиман-Печорала һәм Көнбайыш Себерҙә яңы активтарҙа сығарыу кимәленең артыуы менән аңлаталар. Улар 2015 йылдың өсөнсө кварталында нефть етештереүҙең 17,4 процентын тәьмин итте.

Отчеттан күренеүенсә, туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса компанияның нефть эшкәртеү комплексында күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Эшкәртеү күләме 14,3 миллион тоннаға тиклем кәмегән, был 2014 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 12,3 процентҡа аҙыраҡ. «Башнефть» компанияһында иҫәпләүҙәренсә, был макроиҡтисади һәм һалым шарттарында тоноҡ  нефть продукттарын сығарыуҙы арттырыу иҫәбенә тауар кәрзиненең хаҡын күтәрергә мөмкинлек бирә.

Быйыл бензин етештереү 16,7 процентҡа артҡан һәм 1,3 миллион тоннаға еткән.

темалар: башнефть