3 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2015 йыл, 16:17

Баш ҡалала IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2015 йылдың ноябрендә Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла. Тейешле ҡарар Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Әлеге ваҡытта сараны ойоштороу һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән. 26 октябргә тиклем «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара союзының башҡарма комитеты, «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы конгресты уҙғарыу буйынса саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.