8 декабрь, Кесе йома

20 октябрь 2015 йыл, 15:33

Өфө тормош сифаты буйынса Рәсәйҙең иң ҙур 100 ҡалаһы рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө тормош сифаты буйынса Рәсәйҙең иң ҙур 100 ҡалаһы рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Кисә Санкт-Петербургта XIV «Рәсәй төбәктәрендә һәм ҡалаларында стратегик планлаштырыу: һайлау урыны һәм урынды һайлау» дөйөм Рәсәй форумында 2014 йылға Рәсәйҙең иң ҙур 100 ҡалаһы интеграль рейтингы иғлан ителде.

«Өфө үҙенең рейтингын яҡшыртты һәм 2013 йыл менән сағыштырғанда дүрт баҫҡысҡа — һигеҙенсенән дүртенсе урынға күтәрелде. Башҡортостандың баш ҡалаһы Сочи (5 урын), Екатеринбург (6), Ҡазан (17), Һамар (21), Омск (44), Силәбе (45) кеүек ҙур ҡалаларҙы уҙып китте. Сорғот, Краснодар һәм Төмән лидерҙар рәтендә килә», — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Рейтингты Рәсәйҙең Архитекторҙар союзы менән берлектә Санкт-Петербургтағы «Урбаника» территориаль планлаштырыу институты төҙөгән.

Тикшеренеү барышында торлаҡ менән тәьмин ителеү, заманса ҡулланыу алымдары, ҡала юлындағы көсөргәнешлек, енәйәтселек, яҡтыртылыу кимәле, тәбиғәт шарттары, төҙөклөк һәм экологик бысраныу дәрәжәһе иҫәпкә алынған.

темалар: өфө, рейтинг