3 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2015 йыл, 14:43

Баш ҡалала Фәрит Ғилмийәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 октябрҙә Өфөлә танылған фоторәссам, СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы Фәрит Ғилмийәровтың шәхси фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһы була.

Күргәҙмәгә төрлө йылдарҙа ижад ителгән 40-тан ашыу эш ҡуйыласаҡ. Улар араһында Өфө, рәссамдың тыуған төйәге — Ҡариҙел районы һәм республиканың башҡа күркәм урындары төшөрөлгән һүрәттәр бар. Фәрит Ғилмийәров эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Башҡортостандың һәм Татарстандың сәнғәте, мәҙәниәте. Ул яҙыусы, шағир, композитор, артист, рәссам һәм ғалимдарҙың бик күп  фотопортретын төшөргән. Быйылғы экспозицияла бөйөк йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Ҡудашеваға арналған фотоколлаж тәҡдим ителә. Шулай уҡ шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың, рәссам Йәлил Сөләймәновтың портреттарын күрергә мөмкин.

Күргәҙмәне Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяров биҙәгән. Күргәҙмә киске сәғәт 5-тә асыла. Адресы: Төхвәт Йәнәби урамы, 49/4, 68-се лицей.

темалар: фотокүргәҙмә