Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Бөтә Өфө» телеканалында яңы миҙгел башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

21 октябрҙән «Бөтә Өфө» телеканалында яңы форматтағы тапшырыуҙар башлана, 20 октябрҙә иһә телекомпания коллективы бөтәһе алдында яңылыҡтар әҙерләйәсәк — ньюс-румда камералар ҡуйылған, быны тура эфирҙа ла күҙәтергә мөмкин.

Иртәнге 9-сы яртынан ғәҙәти тапшырыу селтәре урынына ҡала видеокүҙәтеү камераларынан күренештәр күрһәтелә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ғәҙәти тапшырыу селтәренең үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, яңылыҡтар ике сәғәт һайын эфирға сыға.

20 октябрҙә телекомпанияның яңы логотибын — өс шөрөптө презентациялау була.

«Бөтә Өфө» телеканалы Башҡортостандың баш ҡалаһында ғына түгел, шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Октябрьскийҙа, Нефтекамала һәм Мәләүездә күрһәтә. Был 2 миллиондан ашыу тамашасы тигән һүҙ.

«Баш ҡала яңылыҡтары» тапшырыуы яңы телевизион миҙгелдәге төп программа буласаҡ. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм күсемһеҙ милек, юридик-хоҡуҡи мәсьәләләргә, именлеккә, сәләмәт йәшәү рәүешенә, ялға, мәҙәни ваҡиғаларға, технологияларға арналған рубрикалар менән байытыласаҡ. Киске прайм-таймда — киске сәғәт 7-лә һәм 9-сы яртыла яңылыҡтар сығарылышы — тура эфирҙа.

«Бөтә Өфө» үҙенең сайтын да яңырта. Яңы интерфейс ҡулланыусылар өсөн уңайлы буласаҡ. Яңылыҡтарҙы интернетҡа тоташтырылған бөтә ҡоролмаларҙан да ҡарарға мөмкин. Сайтта шулай уҡ  инглиз телендәге вариант буласаҡ. Киләсәктә сайтты айырым киң мәғлүмәт сараһы итеп эшләргә ниәтләйҙәр.

21 октябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә «Бөтә Өфө» телеканалы тапшырыуҙары «Баш ҡала иртәһе» программаһынан башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть