Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 68,7 миллион һумлыҡ продукция һатылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә уҙған ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 68,7 миллион һумлыҡ продукция һатылған. Баш ҡалала 2135 сауҙа нөктәһе булдырылды, 46 муниципаль райондарҙан 28 тонна бал, 645,3 тонна йәшелсә, 774,7 тонна картуф һатылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Көҙгө йәрминкәләр Өфө, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Ишембай, Октябрьский, Мәләүез, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында һәм Бөрйән, Кушнаренко, Көйөргәҙе райондарында уҙҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть