8 декабрь, Кесе йома

20 октябрь 2015 йыл, 10:10

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй капиталы» банкы идараһы рәйесе Михаил Кузовлев менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй капиталы» акционерҙар коммерция банкы идараһы рәйесе Михаил Кузовлев менән осрашты. Яҡтар «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеген үҫтереү перспективаларын тикшерҙе, шулай уҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә һәм банк системаһының тотороҡло эшләүенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

– Беренсе этапты яҡшы үткәреүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Банк эшмәкәрлеген тергеҙҙе, халыҡ тынысланды. Был – иң мөһиме. Артабан республика иҡтисадына эшләү өсөн аҙымдар яһарға кәрәк. Банкты республиканың иҡтисади тормошона йәлеп итмәйенсә эшләү мөмкин түгел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бөтә башланғыстарҙы ла хуплайбыҙ. Банктың торлаҡ-коммуналь комплексы буйынса махсуслашыуы тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Беҙ һеҙҙең менән капитализацияны арттырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.

– Банк республика иҡтисадында мөһим урын биләргә, иҫәп-хисап өсөн уңайлы булырға тейеш. Уның республикаға кредит бирә торған банкка әүерелеүе мөһим, – тип билдәләне Михаил Кузовлев. – Банк һәр муниципаль берәмектә тиерлек бар. Ул урындарҙа предприятиеларға кредит биреп, муниципаль берәмектәр менән әүҙем эшләй алыр ине. Әйләнештәге капиталды кредитлауҙан тыш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен яҡшыртыуға бәйле инфраструктура проекттарын ҡарайбыҙ.

Рәсәй банкының банк-ара кредитлау килешеүҙәре буйынса банк-контрагенттарҙың лицензияһын тартып алыуы «Социнвестбанк»тың түләү һәләтен юғалтыуға сәбәпсе булды. Банктың республика өсөн әһәмиәтле булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Башҡортостандың Милли банкы Рәсәй банкына «Социнвестбанк»ты финанс һауыҡтырыу һәм уның эшмәкәрлеген тергеҙеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Банк функциялары Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡҡа йөкмәтелде. Башланғыс этапта банкты финанс һауыҡтырыуға «Рәсәй капиталы» банкы йәлеп ителде.

Агентлыҡ ойошторған конкурс йомғаҡтары буйынса, «Рәсәй капиталы» акционерҙар коммерция банкы «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен финанс һауыҡтырыу буйынса сараларҙа ҡатнашыу өсөн инвестор итеп һайланды.