9 декабрь, Йома

19 октябрь 2015 йыл, 18:33

Башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш теленә тәржемә ителгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш теленә тәржемә ителгән. Повесты сыуаш прозаигы, «Çамрăксен хаçачĕ» гәзитенең («Молодежная газета») баш мөхәррире Дмитрий Моисеев тәржемәләгән. Әҫәр Сыуашстандың республика йәштәр гәзитендә баҫыла башлаған.

«Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы мине хайран ҡалдырҙы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты тәржемә авторы Дмитрий Моисеев. — Мин уны бер нисә сәғәт эсендә уҡып сыҡтым һәм шунда уҡ сыуаш теленә тәржемә итергә булдым. Авторҙың теле ябай, тәржемә өсөн еңел, шул уҡ ваҡытта әҫәр тәрән йөкмәткеле. Етди проблема күтәрелгән. Повесть уҙған аҙнала гәзитебеҙҙә баҫыла башланы. Кисә генә Чебоксар ҡалаһында сыуаш эстрадаһы концертын ҡараным. Тамашасылар мине Айгиздең повесына ҡағылышлы һорауҙар менән күмде. Барыһы ла әҫәрҙе тиҙерәк уҡып сығырға теләй».

«Айгиздең «Ҡалдырма, әсәй!» китабын йотлоғоп уҡыным. Тәүге биттәренән үк әҫәр зиһенеңде ялмап ала һәм һуңғы юлына ҡәҙәр көсөргәнештә тота», — тине йәш башҡорт яҙыусыһының китабы тураһында Сыуашстандың халыҡ шағиры Юрий Семендер.

Тиҙҙән Сыуашстандың Милли китапханаһында Айгиз Баймөхәмәтов менән әҙәби осрашыу уҙғарырға ниәтләйҙәр.