5 декабрь, Дүшәмбе

19 октябрь 2015 йыл, 18:04

Республиканың почта бүлексәләрендә биш финанс тәҙрәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 1 ноябрҙә Башҡортостандың биш почта бүлексәһендә финанс тәҙрәләре асыла. Рәсәй почтаһының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, шуларҙың дүртәүһе — Өфөлә, берәүһе Күмертауҙа эшләй башлаясаҡ.

Финанс тәҙрәһендә клиенттарға түләүҙәр ҡабул итеү, аҡса күсереү, банк карталарын хеҙмәтләндереү, «Почта картаһын» асыу, шулай уҡ кредит ҡаплау кеүек хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.

Быйыл йәй республикалағы 11 почтамтта 15 финанс тәҙрәһе асылды. Яңы финанс тәҙрәләре Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 47 (450071), Ғафури урамы, 29 (450076), С.Перовская урамы, 15 (450103), Гагарин урамы, 37/1 (450105) һәм Күмертауҙа Ленин урамы, 6 (453300) адрестары буйынса урынлашҡан почта бүлексәләрендә эш башлай.

темалар: рәсәй почтаһы