5 декабрь, Дүшәмбе

19 октябрь 2015 йыл, 17:13

Өфөлә электр транспорты хәрәкәтен мониторинглау системаһы индерелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөнөң электр транспорты идаралығы электр транспорты паркын навигация ҡорамалдары менән йыһазландырыу буйынса эште тамамланы. Хәҙер һәр троллейбус, трамвай ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

«Өфө ҡалаһы ҡала округының электр транспорты идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Асҡар Фазлыев билдәләүенсә, Силәбелә, Ырымбурҙа һәм башҡа илебеҙ ҡалаларында ошондай электр транспорты хәрәкәтен мониторинглау системаһы индерелгән һәм уның һөҙөмтәлелеге раҫланған. Өфөлә проект инвесторҙар иҫәбенә ғәмәлгә ашырылған.

Система навигация, диспетчер һәм процессинг үҙәген үҙ эсенә ала. Трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡуйылған навигация ҡорамалы транспорттың хәрәкәт итеүе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе берҙәм диспетчер хеҙмәтенә тапшыра.

Ҡала халҡы ла электр транспорты хәрәкәтен күҙәтеп бара ала. Android һәм iOS системалары ҡоролмаларындағы «Аҡыллы транспорт» мобиль ҡушымтаһы  ярҙамында кәрәкле трамвай йәки троллейбустың ҡайҙалығын белергә мөмкин. Транспорт хәрәкәтенең картаһы Өфө электр транспорты идаралығының яңыртылған сайтында бирелгән. Шулай уны ГЛОНАСС системаһының йәмәғәт порталында ла табырға мөмкин.