Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестиваленә ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

II Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивалендә ҡатнашыу өсөн 256 фильм тәҡдим ителгән. Шуларҙың 83-ө — документаль, 119-ы — уйын ҡыҫҡа метражлы һәм 54-е уйын тулы метражлы фильмдар. Ғаризалар ҡабул итеү 15 октябрҙә тамамланды.

«Былтырғы менән сағыштырғанда, ғаризалар күберәк, — тип хәбәр иттеләр фестивалдең матбуғат хеҙмәтендә. — 2014 йылда 200 самаһы ғариза килгәйне».

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйгән. Рәсәй, Иран, Мысыр, Ҡырғыҙстан, Латвия, Әрмәнстан, Рәсәй — Бөйөк Британия (берлектәге производство), Эстония, Рәсәй — АҠШ, Украина, Рәсәй — Таиланд, Белоруссия, Тажикстан, Һиндостан, Бангладеш, Рәсәй — Ҡытай — АҠШ, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Афғанстандан ғаризалар ҡабул ителгән.

9 декабрҙән 12-нә тиклем Өфөлә II Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивале ойошторола. Быйыл фестиваль Евразия гуманистик форумы сиктәрендә уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар — Өфө ҡалаһы хакимиәте булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» киностудияһы.

Фестивалдең төп маҡсаты — донъя халыҡтарының рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалау, милли һәм этник йүнәлештәге фильмдар төшөрөүсе кинематографистарҙың ижадын популярлаштырыу, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр араһында мәҙәни алмашыуҙы үҫтереү, яңы исемдәр асыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть