8 декабрь, Кесе йома

19 октябрь 2015 йыл, 15:19

Күмертауҙы үҫтереү буйынса Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Внешэкономбанк Рәйесе урынбаҫары, Интеграция һәм иҡтисади үҫеш буйынса Хөкүмәт комиссияһы ҡарамағындағы моноҡалаларҙы яңыртыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе Ирина Макиева һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов менән осрашты.

– Беҙҙең менән тығыҙ эшләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Күмертауҙа, Бәләбәйҙә һәм башҡа ҡалаларҙа ла проблемалар бар, әлбиттә. Бөгөн Күмертауҙың киләсәк яҙмышын хәл итәбеҙ. Фондтың ошо йүнәлештә ярҙам күрһәтеүен теләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов һәм Илья Кривогов Күмертауҙы үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул яңы эш урындарын булдырыу һәм моноҡалаға инвестициялар йәлеп итеү өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

– Был документта 2020 йылға ниндәй күрһәткестәргә өлгәшеү кәрәклеге теркәлгән. Мәҫәлән, 2020 йылға тиклем 520 яңы эш урыны булдырылырға һәм яҡынса 4,3 миллиард һум инвестициялар һалынырға тейеш. Был – моноҡала буйынса тәүге килешеү. Күмертауҙан һуң Бәләбәйгә сират етәсәк, әммә унда ҙур эш башҡараһы бар, – тип хәбәр итте Ирина Макиева  журналистарға. – Килешеү өс позициянан тора. Беренсеһе – яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн инженер инфраструктураһы объекттары төҙөлөшөн финанслау мөмкинлеге. Икенсеһе – инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу. Фондтың капиталға инеү һәм займ биреү хоҡуғы бар. Өсөнсөһө – идара итеү командаларын берлектә әҙерләү.

Уның һүҙҙәренсә, йыл аҙағына тиклем ҡала 400 миллион һумға тиклем аванс алыу мөмкинлегенә эйә.

2014 йылдың октябрендә Внешэкономбанк «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырҙы. Уның маҡсаты – социаль-иҡтисади хәле ҡатмарлы булған моноҡалаларҙа ҡаланы барлыҡҡа килтереү предприятиеһына бәйле булмаған эш урындары асыу, шулай уҡ инфраструктура һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу юлы менән моноҡалаларға инвестициялар йәлеп итеү.