4 декабрь, Йәкшәмбе

19 октябрь 2015 йыл, 14:36

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы онлайн трансляцияланасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы онлайн трансляцияланасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Пленар ултырыштарҙы форумдың рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. Бынан тыш, сараның ваҡиғаларын Twitter, Facebook һәм Бәйләнештә социаль селтәрҙәрендә күҙәтеп барырға була.

ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы Өфөлә 21 октябрҙән 23-нә тиклем уҙа.