8 декабрь, Кесе йома

19 октябрь 2015 йыл, 13:26

Төбәктең Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлығына яңы етәксе тәғәйенләнде

фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлығына яңы етәксе тәғәйенләнде. Рөстәм Мосабиров ошо структураның директоры вазифаһын башҡарасаҡ. Ведомство хеҙмәткәрҙәре менән эш кәңәшмәһендә республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков уның менән рәсми рәүештә таныштырҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Рөстәм Дамир улы Мосабиров 1972 йылдың 5 сентябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты. 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Төп тәфтиш идаралығында хеҙмәт итә. 2003-2004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында ассистент, 2004-2008 йылдарҙа — «Хоҡуҡи ярҙам үҙәге» юридик фирмаһы директоры, 2008-2015 йылдарҙа «Һөҙөмтә» юридик фирмаһы директоры булып эшләй. 2015 йылдың сентябренән — Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡтың «Дәүләт шәхси-партнерлыҡ үҙәге» бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы.