Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан» ДТРК-һы хәбәрсеһе «ТЭФИ-Төбәк» финалына сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Омскиҙа «ТЭФИ-Төбәк» милли телевизион конкурсының ярымфиналы тамамланды. «ТЭФИ» финалсылары араһында «Башҡортостан» ДТРК-һы ла бар.

«Хәбәрсе» номинацияһында «Кешеләр һәм хайуандар» репортажы өсөн махсус хәбәрсе Юлиә Ниғмәтуллина финалсы дипломы менән билдәләнде. Был «Башҡортостан» ДТРК-һына төп приз — бронза Орфей өсөн көрәшергә хоҡуҡ бирә.

«Кешеләр һәм хайуандар» махсус репортажы Өфөлә булған ҡот осҡос хәлгә арналған. Унда берәҙәк эттәр туғыҙ йәшлек баланы өҙгөләп ташлай. Ошо фажиғәнән һуң хайуандарҙы һәм уларҙы яҡлаусыларҙы эҙәрләү башланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть