Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың йәш депутаттары форумында сығыш яһаны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

16 октябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың йәш депутаттары форумында сығыш яһаны, шулай уҡ муниципалитеттарҙың социаль  инфраструктураһын үҫтереү тураһында һорауҙарға яуап бирҙе.

– Йәш депутаттарҙы тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотлайым һәм тырышып эшләүҙәрен теләйем, – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусыларға. – Бөгөн беҙҙә 1 250 йәш депутат иҫәпләнә. Сентябрҙә үткән һайлауҙа 1 110 йәш депутат һайланды. Был депутаттар корпусы һанының 18 проценты.

Республика Башлығы 1990 йылда тәүге тапҡыр БАССР-ҙың Юғары Советына һайлауҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне һәм йәш депуттар быуыны иңенә ятҡан яуаплылыҡ тураһында иҫкә төшөрҙө.

Һайлау алды программаларын бойомға ашырыу өсөн талап ителгән ресурстар хаҡында һөйләгәндә республика етәксеһе республикабыҙҙа иҡтисади механизмды, иҡтисади етештереүҙе заманса үҙгәртеү кәрәклеген билдәләне.

– Беҙгә юғары технологиялар, производствоны яңыртыу, аҙ хеҙмәткәрҙәр эшләгән заманса предприятиелар кәрәк, – тине төбәк Башлығы. – Ҡайһы бер осраҡтарҙа инвестициялар, финанслау талап ителәсәк. Әммә беҙ финанс ағымдарын таба белергә тейешбеҙ. Дәүләт иҫәбенә генә түгел, шәхси инвесторҙар, төрлө фондтар, венчур компаниялары иҫәбенә лә. Әммә был бөтөнләй башҡаса фекерләүҙе талап итә.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, йәш депутаттар ауылдарға ярҙам итеү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға, йәштәрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға, уның төрлө яҡлы үҫеше өсөн шарттар булдырырға булышлыҡ итергә тейеш.

– Барыһы ла һеҙҙән тора. Әүҙемерәк булһағыҙ, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ, – тине республика етәксеһе. – Һеҙ үҙегеҙгә ҡарата, кешеләр алдында намыҫлы, тирә-йүндәгеләргә яңы көс-дәрт биреүсе булырға тейешһегеҙ.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть