9 декабрь, Йома

16 октябрь 2015 йыл, 18:12

Өфө ҡыҙы «Мисс Европа Туризм-2015» халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Мисс Башкортостан» агентлығы моделе Галина Лукина «Мисс Европа Туризм-2015» халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Конкурс 17 октябрҙән 26-на тиклем Мальта утрауында уҙа.

22 йәшлек Галина Лукина Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, һөнәре буйынса — иҡтисадсы, модель бизнесы өлкәһендә эшләй. Бик күп матурлыҡ бәйгеләрендә еңеү яулаған.

«Мисс Европа Туризм-2015» конкурсында Англия, Франция, Бельгия, Германия, Румыния, Литва, Латвия, Украина, Эстония, Португалия, Польша, Люксембург, Чехия, Австрия, Әрмәнстан, Италия, Греция һәм башҡа илдәрҙән һылыуҙар ҡатнаша. Финалда ҡыҙҙарҙың милли кейемдәрҙә, киске күлдәктәрҙә сығыуы көтөлә. Шулай уҡ утрауҙағы иҫтәлекле урындарға барыу, ил хөкүмәте менән осрашыу, балалар йортонда булыу һәм хәйриә аукционы ҡаралған.