6 декабрь, Шишәмбе

16 октябрь 2015 йыл, 17:46

Республикала бөҙрәхана, кер йыйыу йорто, мунса һәм ерләү ойошмалары өсөн һалым каникулы иғлан ителә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда һалым һалыуҙың патент һәм ябайлаштырылған системаһын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым каникулы иғлан ителә. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты ултырышында республиканың финанс министры Рида Собханҡолова хәбәр итте.

Министр аңлатыуынса, «Башҡортостан биләмәһендә һалым һалыуҙың патент һәм ябайлаштырылған системаларын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙар өсөн 0 процент күләмендәге һалым ставкаһын билдәләү тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереү һалым каникулына хоҡуғы булған ойошмалар исемлеген тулыландырырға мөмкинлек бирәсәк. Льгота ике йылға иҫәпләнгән.

«Закон проекты көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһендә беренсе тапҡыр теркәлгән шәхси эшҡыуарҙарға 0 процент күләмендәге ставка билдәләүҙе күҙ уңында тота. Норма йола, ритуаль хеҙмәттәр, мунса, химик таҙартыу, бөҙрәхана (матурлыҡ салондары), ерләү ойошмаларына ҡағыла. Шулай итеп, һалым каникулы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең 48 төрөн үҙ эсенә ала», — тип билдәләне Рида Собханҡолова.

Быйыл Рәсәйҙең Һалым кодексына үҙгәрештәр индерелгәндән һуң төбәк закон сығарыусылары ошондай ташлама булдырыу хоҡуғын алды, тине министр. Тәҡдим ителгән проект Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында ҡаралған.