5 декабрь, Дүшәмбе

16 октябрь 2015 йыл, 17:14

Башҡортостанстат 140 мең самаһы республика эшҡыуарын «тикшерәсәк»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанстат 140 мең самаһы республика эшҡыуарын «тикшерәсәк». 2016 йылда Рәсәйҙә «Ҙур илдең бәләкәй эшҡыуарлығы» девизы аҫтында 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеген статистика күҙәтеүе уҙа.

«Республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары төбәк тулайым продуктының 30 процент самаһын биләй, һәр дүртенсе хеҙмәткәрҙең мәшғүллеген тәьмин итә. Башҡортостанда 140 меңгә яҡын респонденттарҙы тикшереү бурысы тора. Күҙәтеүҙәр күҙаллауҙың һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаларын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген, төбәк тулайым продуктын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Бәләкәй бизнеста мәшғүл булыусылар һаны, иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса керем, продукция етештереүгә һәм һатыуға сығымдар хаҡында мәғлүмәттәр яңыртыласаҡ», — тип хәбәр иттеләр республиканың статистика үҙәгендә.