Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы буйынса яңы туристик маршрут булдырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы буйынса экологик-мәҙәни маршрут булдырыла. Проект Рус география йәмғиәте гранты иҫәбенә финанслана.

Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, туристик һуҡмаҡтың оҙонлоғо 28 саҡрым тәшкил итәсәк, әле маршрутта ете туҡталҡа төҙөлгән. Тиҙҙән бында Урал батырҙың һәм эпостың башҡа геройҙарының ағас һындары, шулай уҡ декоратив панно ҡуйыласаҡ.

Парк хакимиәте күҙаллауынса, яңы экскурсия объектының барлыҡҡа килеүе туристар ағымын 10 мең кешегә арттырасаҡ. Был ошо биләмәлә бишенсе маршрут буласаҡ.

Рус география йәмғиәте башҡарма дирекцияһының төбәк үҫеше департаменты директоры Александр Хацкевич тәбиғәт паркын үҫтереүгә үҙ баһаһын бирҙе. «Ыңғай тәьҫораттар алдым. Рус география йәмғиәте аҡсаһы иҫәбенә ғәмәлгә ашырылған проект, һис шикһеҙ, лайыҡлы», — тип билдәләне ҡунаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть