8 декабрь, Кесе йома

16 октябрь 2015 йыл, 15:58

Төбәктә Фән һәм техника өлкәһендәге республика дәүләт премиялары тапшырылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Фән һәм техника өлкәһендәге 2015 йылғы республика дәүләт премиялары тапшырылды.

Физика һәм математика фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Өфө дәүләт авиация техник университетының Перспективалы материалдар физикаһы институты директоры Руслан Вәлиевҡа, физика һәм математика фәндәре докторы, профессор, Өфө дәүләт авиация техник университетының «Наноструктур материалдар һәм юғары технологиялар» фәнни-мәғариф үҙәгенең ғилми етәксеһе Игорь Александровҡа, физика һәм математика фәндәре докторы, профессор, Өфө дәүләт авиация техник университетының Перспективалы материалдар физикаһы институтының директор урынбаҫары Ринат Исламғәлиевҡа, физика фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы, Көньяҡ Калифорния университеты профессоры, Саутгемптон университеты профессоры Джордж Теренсҡа — «Яңы нанокристалл материалдар әҙерләү, уларҙы тикшереү һәм ҡулланыу» эштәр циклы өсөн; философия фәндәре кандидаты, «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры Уйылдан Сәйетовҡа, физика һәм математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты кәңәшсеһе Марат Илһамовҡа, биология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-кореспонденты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Борис Миркинға, «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы генераль директорының беренсе урынбаҫары Клара Әһлиуллинаға, «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының ғилми хеҙмәткәре Лиана Шараповаға — «Ете томлыҡ «Башҡортостан энциклопедияһы» ҡағыҙ һәм электрон вариантта» эше өсөн; биология фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы мөдире Эльза Хөснөтдиноваға, биология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының кешенең молекуляр генетикаһы лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре Ирина Һиҙиәтоваға «Башҡортостанда нәҫел һәм күп факторлы сирҙәрҙе ДНК-диагностикалау алымдарын әҙерләү» эше өсөн премия һәм лауреат исемдәре бирелде.