8 декабрь, Кесе йома

16 октябрь 2015 йыл, 14:50

Башҡортостан юлдаш телеканалында билдәле кешеләрҙең бала сағы тураһында күңелле ток-шоу башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шәмбе, 17 октябрҙә, «Тамыр» телерадиостудияһы башҡорт телендә «Бала-саға» исемле яңы проект тәҡдим итә. Тапшырыуҙың премьераһы киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыға. Программаның төп идеяһы — тамашасыларҙы билдәле кешеләрҙең, популяр артистарҙың, телевидение алып барыусыларының, яҙыусыларҙың бала сағы менән таныштырыу. Аҙна һайын эфирға сығасаҡ программаның авторы һәм алып барыусыһы — Фәрхәт Ғәйнетдинов. Ул телевизор ҡараусыларға «Шәп арба» һәм «Көндәлек» тапшырыуҙары аша яҡшы таныш. Проекттың режиссеры — Альбина Йосопова.

«Барыһын да билдәле кешеләрҙең бала сағы: ниндәй уйын уйнауҙары, шаянлығы, шуҡлығы, нимә өсөн бишле һәм икеле алыуҙары ҡыҙыҡһындыра. Һәр геройыма шаярыу ҡатыш һынау әҙерләйем һәм улар менән бала саҡта яратҡан уйындарын уйнаясаҡмын», — тине Фәрхәт Ғәйнетдинов.  

Күңелле ток-шоуҙың тәүге геройы — популяр диктор Әхәт Мортазин. Актерҙар Хөрмәтулла Үтәшев, Суфия Ҡорбанғәлиева, алып барыусылар Филүс Ҡасимов, Фаягөл Дәүләтйәрова ҡатнашлығында тапшырыуҙар төшөрөлгән дә инде.