4 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2015 йыл, 14:06

Республикала танылған яҙыусылар әҙәбиәт дәрестәрен үткәрә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн республика әҙиптәре Белорет районына юлланды. 16-17 октябрҙә билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре Әҙәбиәт йылына арналған ижади осрашыуҙар ойоштора. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, яҙыусы һәм журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәх, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары Айгиз Баймөхәмәтов һәм виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бар.

16 октябрҙә Белорет лицей-интернатында һәм Дауыт Юлтый исемендәге ҡала китапханаһында осрашыу була. 17 октябрҙә Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбендә һәр яҙыусы уҡытыусы сифатында сығыш яһай. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Сараға Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарының башҡорт теле уҡытыусылары саҡырылған. Дәрестәрҙән һуң мәктәптең тамашалар залында әҙәби-музыкаль кисә була.

Мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа Өфө ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр ойошторола, яҙыусылар иһә автограф менән китаптарын бүләк итәсәк.

«Белорет ере — бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған ере. Бында СССР-ҙың халыҡ артистары, актер Арыҫлан Мөбәрәков, композитор Заһир Исмәғилев, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин тыуған. Әйткәндәй, программабыҙҙа уның ҡәберенә барып, сәскәләр һалыу ҡаралған», — тип хәбәр итте Айгиз Баймөхәмәтов.

Проектты ойоштороусылар — Белорет районы хакимиәте һәм «Башҡортостан» гәзите.

темалар: әҙәбиәт