10 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2015 йыл, 12:26

Рөстәм Хәмитов Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса совет ултырышын уҙғарҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 октябрҙә Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 159-сы мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республиканың профилле министрлыҡ һәм ведомство, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе «Башҡортостанда электрон белем биреү» порталының презентацияһы менән танышты, унда уҡыусылар һәм студенттар, шулай уҡ өҫтәмә һөнәри күнекмәләр алырға теләүселәр өсөн электрон курстар бирелгән.

— Электрон белем биреү мәсьәләһен шәхси контролгә алдым. Киләсәгебеҙ ошондай мәктәптәр һанын арттырыуға бәйле, — тине республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов электрон университет булдырыу кәрәклеген билдәләне.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов Башҡортостанда электрон белем биреү үҫеше стратегияһы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, был өлкәләге төп бурыстар — белем биреү хеҙмәттәрен алыу өсөн үҙәктәр асыу, контент әҙерләү буйынса компаниялар йәлеп итеү, даими йәшәгән урында уҡыу мөмкинлеге.

Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин республикала электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса саралар планын тәҡдим итте. Тәүге этапта ошо процестың берҙәм методологияһын әҙерләү күҙ уңында тотола. Артабан төбәктәге юғары уҡыу йорттарының белем биреү системаларын берләштереү мөһим. 2016 йылдан иһә электрон курстар әҙерләү һәм Белем биреү сифатын мониторинглау үҙәген булдырыу башланасаҡ.

Фекер алышыу барышында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин вузда электрон белем биреү өлкәһендә алдынғы мәктәптәрҙең тәжрибәһен дөйөмләштереү менән шөғөлләнгән үҙәк асыу тәҡдимен индерҙе.

Рөстәм Хәмитов мәктәптәрҙә электрон белем биреү системаһын үҫтереү өсөн йылына дөйөм суммаһы 30 миллион һум тәшкил иткән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын булдырырға ҡушты.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса совет ултырышын йышыраҡ үткәреү кәрәклеген билдәләне һәм Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитовтың киләһе ултырышты Мәғарифты үҫтереү институтында ойоштороу тәҡдимен хупланы.