5 декабрь, Дүшәмбе

16 октябрь 2015 йыл, 11:00

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 159-сы мәктәбендә булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 октябрҙә Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 159-сы урта мәктәбенә барҙы һәм унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса советтың күсмә ултырышын үткәрҙе.

159-сы дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Наталья Иванцова бер нисә йыл дауамында уңышлы эшләгән электрон белем биреү системаһы тураһында һөйләне. 176 компьютерҙың бөтәһе лә интернетҡа тоташтырылған, Wi-Fi бар. Мәктәптә заманса мәғлүмәт-белем биреү мөхите булдырылған, ул уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Дәрестә уҡытыусылар «Имтихан-медиа» мәғариф ресурсы мәсьәләләрен, белем кимәлен тикшереү өсөн Votum системаһын файҙалана. Әгәр 2013-2014 уҡыу йылында ҡатнаш уҡытыу системаһында эшләгән биш уҡытыусы биш курс ойошторһа, быйыл 21 педагог электрон уҡытыу системаһында 26 курс буйынса материалдарҙы ҡуллана.

Рөстәм Хәмитов уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән ошо системаның өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләште. Уҡыусылар әйтеүенсә, уҡыу күпкә еңелерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ, интерактив роликтар һәм анимация  теманы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Әгәр ҙә уҡыусы ниндәйҙер сәбәптәр буйынса дәрескә килмәһә, теманы өйҙә өйрәнә ала.

Совет ултырышында Рөстәм Хәмитов педагогик коллективтың ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

– Өфөнөң 159-сы мәктәбе электрон белем биреү йәһәтенән үҫешкән мәктәптәрҙең береһе һанала. Әле генә уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың электрон мәғлүмәт базаларын ҡараныҡ. Әйтеүҙәренсә, электрон журналдар һәм көндәлектәр, виртуаль уҡытыусылар бүлмәһе, электрон мәғариф ресурстары, мәктәптең сайты, виртуаль заманса башҡорт һынлы сәнғәте музейы, виртуаль китапхана, мәктәп телевидениеһы бар. Был бик яҡшы. Ысынында иһә ул беҙҙә заманса эшләгән мәғариф учреждениеларының булыуын күрһәтә, – тине төбәк Башлығы. – Мин мәктәп директоры Наталья Александровнаға коллектив менән ҙур эш башҡарғандары өсөн рәхмәт белдерәм, бөгөн уны республика, ил кимәлендә лә күрһәтергә мөмкин.