8 декабрь, Кесе йома

16 октябрь 2015 йыл, 9:30

Баш ҡалала тәүге тапҡыр Башҡортостандың йәш депутаттары форумы уҙа

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 16 октябрҙә Өфөләге Конгресс-холда республикалағы йәш депутаттарҙың беренсе форумы үҙ эшен башлай. Форумдың маҡсаты — үҙ биләмәләрендәге инфраструктураны үҫтереү өсөн 35 йәшкә тиклемге депутаттарҙың көсөн бергә туплау. Яңы ойошторолған Башҡортостандың йәш депутаттары ассоциацияһы ошондай майҙансыҡ булыр тип күҙаллана.

Сарала 35 йәшкә тиклемге урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына, шулай уҡ ҡала советтарына һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайланған 700-ҙән ашыу депутаттың ҡатнашыуы көтөлә. Форумдың эше ике төп бүлектән торасаҡ. Тәүгеһе оҫталыҡ кластары һәм түңәрәк өҫтәлдәр форматында үтә. Унда махсус саҡырылған тренерҙар етәкселек итә. Ҡатнашыусылар ауылдың мөһим проблемаларын тикшерәсәк, тәжрибә уртаҡлашасаҡ, ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәк. Шулай уҡ «Башҡортостандың йәш депутаттары ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының ойоштороу конференцияһы була.

Сараның икенсе өлөшөндә республиканың беренсе кешеләре ҡатнашлығында дискуссия ойошторола. Фекер алышыу барышында ауыл ерен, урындағы үҙидараны социаль-иҡтисади үҫтереү һәм закон сығарыу башланғыстарын әҙерләү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Форум иртәнге сәғәт 10-да башлана.