8 декабрь, Кесе йома

15 октябрь 2015 йыл, 18:17

Бөгөн — Халыҡ-ара аҡ таяҡ көнө

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 15 октябрҙә бөтә донъяла һуҡырҙар символы булараҡ Аҡ таяҡ көнө билдәләнә. Эргәбеҙҙә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең булыуы, күҙҙәре насар күргән кешеләргә ярҙам итеү хаҡында иҫкәртеү өсөн булдырылған был көн. Бөгөн Рәсәйҙә 280 мең самаһы һуҡыр кеше иҫәпләнә, шуларҙың өстән ике өлөшө — балалар һәм үҫмерҙәр.

Башҡортостанда насар күреүселәр махсуслаштырылған производстволарҙа эшләй, спорт, ижад менән шөғөлләнә. Инвалидтарҙы яраҡлаштырыу һәм улар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит тыуҙырыу мәсьәләләре ҡатмарлы килеш ҡала. Төбәктә «Уңайлы мөхит» федераль маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Ҡала урамдарында тауышлы светофорҙар, һуҡырҙар өсөн рельефлы-нөктәле шрифт менән яҙылған аңлатмалы табличкалар ҡуйыла, күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль-мәҙәни реабилитациялауҙың яңы эш формалары уйлап табыла.

Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн китапханаһы ошо йәһәттән ҙур эш башҡара. Китапхана урынлашҡан микрорайонда йәйәүлеләр юлында күрһәткестәр, тауышлы светофорҙар, ингәндә пандус, персоналды саҡырыу өсөн төймә ҡуйылған.

Китапханала 220 мең дананан ашыу китап бар. Йыл һайын китапхана фонды 10 мең дана самаһы һуҡырҙар өсөн махсус китаптар менән тулылана. Китапхана хеҙмәттәре менән биш меңгә яҡын кеше файҙалана.