4 декабрь, Йәкшәмбе

15 октябрь 2015 йыл, 17:11

Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумы 1329 һумға артыуы ихтимал

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2016 йылда Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумын 7842 һум күләмендә билдәләү күҙаллана. «Дәүләт социаль ярҙамы тураһында»ғы Федераль законда ҡаралғанса, тап ошо сумма пенсияға социаль өҫтәмә билдәләү өсөн файҙаланыла.

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет ултырышында республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон проектын ҡараны.

Пенсионерҙың 2016 йылға йәшәү минимумы дәүмәле «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында» Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән ҡулланыусылар кәрзиненә һәм ҡулланыусылар хаҡтары кимәле тураһында рәсми статистика мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп билдәләнгән.  

2015 йылда пенсияға социаль өҫтәмәне билдәләү өсөн пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле 6513 һум тәшкил итә.