9 декабрь, Йома

15 октябрь 2015 йыл, 15:10

Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында сит ил паспортын алырға һәм табипҡа яҙылырға мөмкин

фото: «Электрон Хөкүмәт» порталынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Электрон Хөкүмәт» Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында сит ил паспортын алырға һәм табипҡа яҙылырға мөмкин.

Шулай уҡ бында йәшәү урыны буйынса теркәлергә, баланы балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйырға, водитель таныҡлығын алмаштырырға, һалым һәм ЮХХДИ штрафтары буйынса бурыстарҙы тикшерергә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләргә була.

Һәр кем бер нисә минут эсендә шәхси кабинетта теркәлә ала. Бының өсөн Рәсәй гражданының паспорт мәғлүмәттәре һәм мотлаҡ пенсия страховкалау таныҡлығы кәрәк. Өҫкө өлөштә урынлашҡан урыныңды күрһәтеү мөһим.

«Өфө хакимиәтендә Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәү пункты эшләй. Белгестәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем граждандарға шәхси кабинетта теркәлергә йәки уға инергә ярҙам итә. Шулай уҡ улар порталдың өҫтөнлөктәре хаҡында ла һөйләйәсәк», — тип аңлаттылар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Теркәү пункты пропуск бюроһында урынлашҡан (Октябрь проспекты, 120).