6 декабрь, Шишәмбе

15 октябрь 2015 йыл, 14:27

Бөтә Рәсәй табиптар конкурсында республикабыҙҙың һигеҙ табибы еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кисә Мәскәүҙең «Крокус Экспо» халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә Бөтә Рәсәй табиптар конкурсы, Бөтә Рәсәй урта медицина һәм фармацевтик белемле белгестәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

«Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы ун биш йыл рәттән ойошторола. Быйыл 33 номинацияла 90 лауреат еңеүсе булды. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан һигеҙ табип бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

«Иң яҡшы неонатолог» номинацияһында Өфөләге 4-се бала табыу йортоноң бүлек мөдире Арсентий Грешилов беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урында — Өфөләге 2-се балалар поликлиникаһы табибы Гүзәл Ишморатова, Стәрлетамаҡтағы 10-сы поликлиниканың табип-эндокринологы Людмила Михайлова, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры фтизиатры Гүзәл Янбарисова. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-онкологы Рим Каланов, Республика балалар клиник дауаханаһының табип-патологоанатомы Ирина Огородникова, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры табибы Элеонора Ҡәйүмова һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы БДМУ клиникаһының табип-неврологы Фәниә Шәймөхәмәтова Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алды.

Беренсе, икенсе, өсөнсө урынға лайыҡ булғандарға 500, 300, 200 мең һум күләмендә аҡса бирелә.

Икенсегә уҙғарылған «Урта медицина һәм фармацевтик белемле иң яҡшы белгес» конкурсында 22 лауреат билдәләнде. Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәткәре Мария Николаева «Иң яҡшы лаборант» номинацияһында өсөнсө урын яуланы.