6 декабрь, Шишәмбе

15 октябрь 2015 йыл, 12:15

Башҡортостанда 14 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙа күкрәк биҙе яман шеше асыҡланған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәшәүсе 14 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙҙа күкрәк биҙе яман шеше асыҡланған, тип хәбәр итә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Өфөлә биш мең ҡатын-ҡыҙ ошо сир менән теркәлгән. Быйыл республикала 1036 ҡатын-ҡыҙға шундай диагноз ҡуйылған, уларҙың 382-һе баш ҡалала йәшәй.

Октябрҙә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы «Күкрәк биҙе яман шешенә ҡаршы халыҡ-ара айлыҡ» уҙғара. Сара ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген һаҡлауға, һөт биҙҙәре сирҙәрен иртә асыҡлауға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә республика ҡала һәм райондарында күкрәк биҙе яман шешен иҫкәртеүҙә медицина тикшереүҙәренең роленә арналған акциялар ойошторола.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, һөт биҙҙәре яман шеше гүзәл затта онкология сирҙәренән үлем осрағының төп өлөшөн алып тора. Йыл һайын донъяла 1 миллиондан ашыу күкрәк биҙе яман шеше барлыҡҡа килеү осрағы теркәлә.