8 декабрь, Кесе йома

15 октябрь 2015 йыл, 11:32

Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең Попечителдәр советы ултырышын үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 октябрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең Попечителдәр советы ултырышын үткәрҙе.

– Республикабыҙ, һис шикһеҙ, Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең емешле эшләүе өсөн яҡшы төбәк. Беҙҙә тәбиғәт ҡомартҡылары ла, ҡурсаулыҡтар ҙа, биосфера резерваттары ла бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, туризмды үҫтереү программаһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Был үҙ емештәрен бирә – республикаға килеүсе туристар һаны арта.

Рус география йәмғиәте башҡарма дирекцияһының Төбәк үҫеше департаменты директоры Александр Хацкевич Рус география йәмғиәтенең маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында һөйләне. Шуларҙың иң мөһимдәре — географияны һәм уға яҡын фәндәрҙе өйрәнеү, тәбиғәтте һаҡлау, туризмды үҫтереү, йәмғиәттә, тәү сиратта йәштәр араһында, фәнни һәм тикшеренеү эшмәкәрлеген популярлаштырыу.

– Һеҙгә Башҡортостанда Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһен төҙөүегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм, – тип мөрәжәғәт итте республика Башлығына  Александр Хацкевич. – Был республиканы илдә һәм донъяла танытыу өсөн бик күп проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә, шулай уҡ йәштәрҙең илһөйәрлек рухын күтәрә.

– Башҡортостандың матурлығын туристарға ғына түгел, республика халҡына ла күрһәтергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был айырыуса уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ. Рус география йәмғиәте республика бүлексәһенең эшмәкәрлеге был эште яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк.

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин яңы булдырылған ойошманың тәү сираттағы бурыстары тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус география йәмғиәте ағзаларының башланғыстарын хупланы һәм киләһе йылға саралар планын раҫланы, һәр муниципаль берәмектә тәүге бүлексәләр асырға ҡушты.