5 декабрь, Дүшәмбе

15 октябрь 2015 йыл, 10:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе Владислав Панченко менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһының Лазер һәм мәғлүмәт технологиялары проблемалары институты директоры, физика һәм математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владислав Панченко менән осрашты. Яҡтар фәндең һәм етештереүҙең үҙ-ара эш итеү, республикала инновация технологияларының үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙе.

Республика Башлығы Башҡортостанда бойомға ашырыу күҙалланған төп инновация йүнәлештәрен билдәләне. Улар иҫәбендә – сәнәғәт роботтарын эшләү буйынса предприятие, яңы прототип үҙәктәре, шулай уҡ Аҙ тоннажлы химия үҙәген асыу.

– Беҙ – ҙур тоннажлы етештереү буйынса чемпион. Йөҙҙәрсә мең тонна төрлө продукт. Әммә был тәүге эшкәртеү. Ә тәрән эшкәртеү юҡ. Шуға күрә беҙ Рәсәйҙең Энергетика, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары, «Ростех», «Башнефть» менән берлектә Аҙ тоннажлы химия үҙәген ойошторабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

– Әле генә һеҙ коллегаларыбыҙ менән тикшергән йүнәлештәрҙе билдәләп үттегеҙ. Улар берлектәге эштең нигеҙе булыуы ихтимал тип уйлайым, – тине Владислав Панченко. – Мин тағы ла бер мөһим секторҙы – юғары технологиялы медицинала аддитив технологиялар, заманса фотоника ҡулланыуҙы өҫтәр инем. Беҙ бында күп эштәр башҡара алабыҙ. Һеҙҙә ҡеүәтле офтальмология үҙәктәре бар, кардиохирургия донъя кимәлендә. Улар илебеҙҙә, беҙҙең институттарҙа әҙерләнгән аппараттар менән эшләй.

Осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ тәрән фәнни тикшеренеүҙәр, шул иҫәптән дисциплина-ара проекттары төбәк конкурстарын уҙғарыуҙы, шулай уҡ халыҡ-ара ғилми саралар ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

темалар: фән, бр башлығы