5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2015 йыл, 18:18

«Йәшлек» гәзите булдырған премия «Бөтә Рәсәй»ҙә танылды

фото: «Йәшлек» гәзите

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Дагомыста үткән «Бөтә Рәсәй-2015» Рәсәй журналистар союзының XIX фестивалендә «Йәшлек» гәзите булдырған «Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы» журналистар акцияһы илдең республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат тип танылды. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов гәзиттең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәковҡа лауреат дипломын тапшырҙы.

Башҡортостан Журналистар союзында хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын «Йәшлек» гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар һәм йәштәр конкурсын уҙғара. Уның маҡсаты — йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү, шулай уҡ ижади кешеләрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү.

2014-2015 уҡыу йылында конкурста 100-ҙән ашыу 10-11 класс уҡыусыһы ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын сағылдырған мәҡәләләр тәҡдим итте. Конкурсанттар жюри ағзаларын ҡыҙыҡлы фекерҙәре, яңы идеялары, Булат Солтангәрәевҡа арналған шиғырҙары менән таң ҡалдырҙы. Уларҙа уның изге эштәрен һәм идеяларын дауам итеү теләге сағыла. Конкурс тураһында положение баҫылып сыҡҡас, гәзиттең тиражы ла артты.

Булат Солтангәрәев – милләтебеҙҙең аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, итәғәтле, белемле, илһөйәр рухлы егете ине. Илебеҙҙе хәстәрләп, уға яҡты киләсәк юрап йәшәне, һәр яҡтан файҙалы булырға тырышты. Төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашты, олимпиадаларҙа еңелеү белмәне. Спортҡа ла маһир булды ул. Үкенескә күрә, бынан дүрт йыл элек көтөлмәгән фажиғә 17 йәшлек Булаттың ғүмерен өҙҙө.