Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә уҡыусыларҙың көҙгө каникулына сағыу әкиәт китаптары донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Көҙгө каникулдар алдынан «Китап» нәшриәте кескәйҙәр өсөн сағыу әкиәт китаптарын баҫтырып сығарҙы. «Ҡамыр батыр» башҡорт халыҡ әкиәте донъя күрҙе. Китаптың төҙөүсеһе — Айгөл Хәкимова, рус теленә Наза Әхмәҙиева тәржемә иткән.

Надежда Шмидтың «Бал ҡорто Наҙгөл һәм уның дуҫтары» исемле йыйынтығы мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән. Бәләкәй генә ғәмһеҙ бал ҡорто хаҡында әкиәт кескәйҙәрҙе бөжәктәр һәм шифалы үҫемлектәр донъяһы менән таныштырыр, балдың файҙаһы тураһында бәйән итер. Проекттың авторы — Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов. Йыйынтыҡты Айгөл Бикташева башҡортсаға тәржемәләгән.

Ике китап та башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған. Һәр бит рәссамдар Азат Мөхтәруллин һәм Ирина Әхмәҙуллинаның сағыу һүрәттәре менән биҙәлгән. Яңы китаптарҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин, телефон (347) 246-09-55.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть