Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда сәнәғәт роботтарын эшләү буйынса предприятие барлыҡҡа киләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

Тиҙҙән Башҡортостанда сәнәғәт роботтарын эшләү буйынса махсуслаштырылған предприятие асыласаҡ. Был хаҡта Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владислав Панченко менән осрашыуҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

– Рәсәйҙә сәнәғәт роботтары предприятиеһы юҡ. Ҡорамалдарҙың 100, хатта 120 проценты сит илдә етештерелгән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Быйыл уҡ Рәсәйҙә тәүге сәнәғәт роботтары предприятиеһын төҙөй башлайбыҙ.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, кисә Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Ментуров менән осрашыуҙа ошо мәсьәлә тикшерелде. Үҙ-ара эш итеү схемаһы һәм ошондай предприятие булдырыуҙы финанслау тураһында һөйләшеп килешелде.

– 2016 йылда продукция етештереүгә күсеү өсөн яҡын арала эштең рәсми өлөшөн башлаясаҡбыҙ, – тине республика Башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть