2 декабрь, Йома

14 октябрь 2015 йыл, 16:31

Республика шашкасылары Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпиондары булды

фото: Халыҡ-ара шашка федерацияһының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Төркиәнең Измир ҡалаһында халыҡ-ара шашка буйынса шәхси-команда донъя чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Юрий Чертоков менән бергә Төркиәгә билдәле шашкасылар Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Айнур Шәйбәков, Муродулло Амриллаев килде.

Өс көнлөк ярыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан спортсылары Рәсәй командаһы составында өс алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы. Шәхси зачетта Тамара Танһыҡҡужина ике тапҡыр көмөш миҙалға лайыҡ булды.

«Тиҙ программа, команда зачеты» дисциплинаһында Амриллаев, Шәйбәков, Танһыҡҡужина, Иҙрисова алтын миҙал алды. Бынан тыш, «йәшен тиҙлегендәге программа, команда зачеты» дисциплинаһында Амриллаев менән Шәйбәков — чемпион, Танһыҡҡужина менән Иҙрисова вице-чемпион булды.

Төркиәнән һуң Рәсәй командаһын Италияның Баколи ҡалаһы көтә. Кисә унда блиц буйынса Донъя кубогының финал этабы һәм Европа чемпионаты башланды. Ул 21 октябргә тиклем дауам итә.

Кубок финалы алдынан дөйөм зачетта Тамара Танһыҡҡужина беренсе урында килә, өсөнсөлә — Айгөл Иҙрисова, тип хәбәр итте Халыҡ-ара шашка федерацияһының матбуғат хеҙмәте вәкиле Рөстәм Шәйәхмәтов.