3 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2015 йыл, 15:35

Баш ҡалала Рәсәйҙә тәүге дизайнер кейемдәре хәйриә магазины асыла

фото: социаль селтәр

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ноябрҙә Өфөлә «Мәрхәмәт» хәйриә фонды яңы күләмле проект башларға ниәтләй. Унда мода донъяһы һәм шәфҡәтлелек берләштереләсәк.

Һүҙ баш ҡала үҙәгендә асыласаҡ ике магазин хаҡында бара. Уларҙың береһендә билдәле Мәскәү һәм Өфө дизайнерҙары ғына түгел, илдәге һәм республикалағы һәләтле модельерҙар ҙа үҙҙәренең коллекцияһын һатыуға ҡуясаҡ. «Бурысыбыҙ — «Мәрхәмәт» фонды ҡарауындағыларға ярҙам итеү. Ҡиммәтле һәм сифатлы кейемдәрҙе һатыуҙан килгән аҡса хәйриә маҡсаттарына йүнәлтеләсәк», — тип һөйләне проекттың координаторы Регина Штягина.

Әле танылған дизайнерҙар Сергей Устюгов, Вячеслав Зайцев менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ проектта бик күп йәш дизайнерҙар ҡатнашырға теләк белдергән.

Икенсе майҙансыҡ киң аудиторияға тәғәйенләнгән. «Мәрхәмәт» фонды эргәһендә коворкинг-үҙәк эшләй. Унда сирле балаларҙың әсәләре белгестәр етәкселегендә ғәҙәти булмаған әйберҙәр яһай, ә был ваҡытта педагогтар һәм психологтар балалар менән шөғөлләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар кейем тегә, аксессуарҙар, интерьер әйберҙәре эшләй. Бөтә килем фондҡа китә. Мәҫәлән, аукционда бер сумканы 100 мең һумға һатып алғандар. «Икенсе магазинда оҫталарыбыҙҙың ижад әйберҙәрен һатырға, шулай уҡ балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен ижадҡа йәлеп итергә, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте Регина Штягина.