Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Төбәктә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы буйынса проект офисы ойошторолдо

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республикала Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошо милли рейтингының иң яҡшы тәжрибәһен индереү маҡсатында сараларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса проект офисы ойошторолдо.

Милли рейтингтың төп бурыстары — эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын баһалау, иң яҡшы төбәк тәжрибәләрен асыҡлау, Милли эшҡыуарлыҡ башланғысының юл карталарын ғәмәлгә ашырыу. Быларҙың барыһы ла республикаға инвестициялар ағымын арттырыуға, төбәктәрҙең бюджет үҙаллылығын күтәреүгә, шулай уҡ төбәк властарына стандарттар индереүгә һәм юл карталарын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Проект офисы 2015 йылдың 18-20 июнендә уҙған Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстар исемлегенең 8-се пунктын үтәү маҡсатында ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть