Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү өсөн 18 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан граждандарҙың айырым категорияларын социаль яҡлауға һәм уларға ярҙам күрһәтеүгә 18 миллион 710 мең һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2015 йылда төбәктәргә социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға төбәк ярҙамы программаларын бойомға ашырыу өсөн субсидиялар бүлеүҙе раҫланы.

621 миллион һум күләмендәге субсидиялар конкурс буйынса һайлап алынған 55 субъект араһында бүленгән. Улар төбәктәрҙең социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам программаларын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Финанс ярҙамы «Граждандарға социаль ярҙам» дәүләт программаһы сиктәрендә күрһәтелә.

Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн 74 төбәк ғариза биргән, шуларҙың 55-е конкурс еңеүселәре тип танылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть