10 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2015 йыл, 9:42

Баш ҡалала «Йәшлек-шоу 2015» фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йәшлек-шоу 2015» республика йәштәр фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Йыр бәйгеһендә республика һәм башҡа төбәктәрҙән 16 йәштән 35 йәшкәсә башҡарыусылар ҡатнаша ала. Конкурсҡа быға тиклем яңғырамаған өр-яңы йыр тәҡдим ителергә тейеш.

Ойоштороусылар иң яҡшы ҡатнашыусыларҙы 8 ноябрҙә Өфөгә саҡыра. Финалға 12 кеше сыға. Уларҙың берәүһен тамашасылар һайлап ала. 27 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йәшлек-шоу 2015» фестиваленең финалы һәм гала-концерты уҙа. «Йылдың иң яҡшы төркөмө», «Йылдың иң яҡшы башҡарыусыһы», «Йылдың иң яҡшы альбомы», «Йыл асышы», «Йылдың иң яҡшы видеоклибы», «Йылдың иң яҡшы музыкаль сараһы» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнә.

Ғаризалар 5 ноябргә тиклем yeshlekshow2015@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

«Йәшлек-шоу 2015» республика йәштәр фестивале Башҡортостанда 1992 йылдан уҙғарыла. Ике тиҫтәнән ашыу йыл арауығында фестиваль-конкурс бик күп яңы исемдәр асты, йәш башҡарыусылар өсөн стимул булды. Улар араһында «Аҡйондоҙ», «Бүреләр», «Арғымаҡ» төркөмдәре, Гөлдәр Ишҡыуатова, МС Баш, Рәил Өмөтбаев һәм башҡа артистар бар.