5 декабрь, Дүшәмбе

13 октябрь 2015 йыл, 18:45

Төбәктә яңы «Мәрғүбә» мәсете асылды

фото: Айгөл Кирамова

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған ял көндәрендә Белорет районының Әзекәй ауылында яңы «Мәрғүбә» мәсете асылды. Аҡһаҡалдар әйтеүенсә, революцияға тиклем ауылда бер нисә мәсет булған, әммә быуат самаһы ауыл халҡы йолаға ярашлы мосолман байрамдарын үткәреүҙән мәхрүм ҡалған.

Һигеҙ йыл элек Рәшит Хәлиловтың башланғысы буйынса ауылда мәсет төҙөлә башлай. Уны асыу тантанаһына ҡунаҡтар, меценаттың дуҫтары, ауыл халҡы килде. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкиле, Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының имам-мөхтәсибе Хәмзә Хафизов йыйылыусыларға изге теләктәр менән мөрәжәғәт итте.

Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла мәсеттең изгелек, шәфҡәтлелек урыны булыуын билдәләне һәм бер-беребеҙгә ҡарата түҙемле булырға саҡырҙы.

Тантаналы өлөштән һуң имам-мөхтәсиб Хәмзә Хафизов ғибәҙәт ҡылды, һуңынан һәммәһе лә байрам ашы менән һыйланды, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтендә.

темалар: дин, мәсет