5 декабрь, Дүшәмбе

13 октябрь 2015 йыл, 18:11

Өфөлә уҙған конференцияла башҡорттарҙың боронғо туҡыу сәнғәтен үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә кейеҙ баҫыуға арналған күргәҙмә-конференцияла һуңғы ваҡытта ҡул эше оҫталары араһында популярлаша барған боронғо туҡыу сәнғәтен үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Сараны «Башинформ» агентлығының конференция залында «Общественная электрогазета» баҫмаһы ойошторҙо һәм Өфө, Башҡортостан, илдең башҡа төбәктәренең халыҡ кәсептәре оҫталары менән осрашыуҙарға башланғыс һалды.

Өфөнөң кейеҙ баҫыу оҫталары һәм Мәскәүҙән, Ҡазандан килгән ҡунаҡтар күргәҙмәгә үҙенсәлекле эштәрен ҡуйҙы. Тапочкалар һәм быймалар, еңел шарфтар һәм йылы пальто, уйынсыҡтар, яҡтыртҡыстар, келәмдәр һәм башҡалар. Конференцияға килеүселәр кейеҙ баҫыу эше менән танышты, уның нескәлектәре хаҡында белде.

«Беҙ оҫталарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын һәм тәжрибәһен таратырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта башҡорт шәленең брендын булдырыу буйынса эш алып барыла. Әлбиттә, һөнәрселәребеҙ етештергән продукцияның өлөшө ҙур түгел, әммә был кешеләргә яратҡан эше менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә, кейеҙ баҫыу миҫалынан күренеүенсә, кәсептәрҙең байтағы күп көс, оҫталыҡ талап итә, уларҙы һаҡлау һәм башҡаларға тапшырыу мөһим, — тип билдәләне Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының бүлек етәксеһе Илдар Әсәҙуллин. — Киләсәктә таш уйыу сәнғәтен пропагандалау өсөн йәшмә бүлмәһен асырға ниәтләйбеҙ. Ул республиканың визит карточкаһына әүерелер ине. Шулай уҡ художестволы халыҡ кәсептәре үҙәген булдырыу теләге бар».