6 декабрь, Шишәмбе

13 октябрь 2015 йыл, 17:01

Октябрҙә «Turkvision-2015» халыҡ-ара конкурсына төбәк һайлап алыу туры башланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Октябрҙә «Turkvision-2015» халыҡ-ара конкурсына төбәк һайлап алыу туры башланды. Конкурс 25 төрки телле илдәрҙән һәм автономияларҙан йырсыларҙы һәм эстрада коллективтарын берләштерә. Ярымфинал һәм финал 13-22 декабрҙә Истанбулда уҙа.

«Быйыл «Bala Turkvision» бәйгеһендә балалар ҙа ҡатнаша. Өфөлә ғаризалар ике йүнәлештә ҡабул ителә: 8 йәштән 14 йәшкәсә һәм 18 йәштән өлкәндәр. Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ өлкән башҡарыусы һәм һигеҙ бала билдәләнәсәк», — тип хәбәр итте TNB телеканалының Башҡортостандағы рәсми вәкиле, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айгөл Әхмәҙиева.

Республика музыканттарынан бер нисә ғариза килгән, улар араһында йәш йырсы Зөлхизә Илбәкова, «Әс-Сәләм» төркөмө бар. 11 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Turkvision-2015» төбәк этабының гала-концерты һәм финалы уҙа. Уны «Туған тел» телеканалы күрһәтәсәк.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр ғаризаларын 28 октябргә тиклем gulnaz@tugantel.tv электрон почтаһына ебәрә ала. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-937-358-74-01.

темалар: конкурс, turkvision