10 декабрь, Шәмбе

13 октябрь 2015 йыл, 15:51

Өфө эшҡыуарҙары «Перспектива — Төбәк 2015» конгресында республиканың баш ҡалаһын лайыҡлы күрһәтте

фото: Өфө хакимиәте сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө эшҡыуарҙары Ҡазанда  бәләкәй һәм урта бизнес етәкселәренең «Перспектива — Төбәк 2015» төбәк-ара конгресында республиканың баш ҡалаһын лайыҡлы күрһәтте. 13 октябрҙә муниципалитетта Өфөнө төбәк-ара сарала уңышлы күрһәткәне өсөн эшҡыуарҙарҙы бүләкләү тантанаһы булды.

Конгреста баш ҡала предприятиелары газ һәм нефть үткәргестәрен таҙартыу өсөн поршендәр эшләү, таштарҙы эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, сувенир һәм реклама продукцияһы әҙерләү, экзотик емештәр үҫтереү һәм уларҙы һатыуҙағы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Сарала 200-гә яҡын кеше — Рәсәйҙең 13 төбәгенән бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Өфө эшҡыуарҙары бер нисә номинацияла лауреат исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ «Төбәктәрҙең алтын фонды» һәм «Эшҡыуарлыҡтағы уңыштар өсөн» ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнде. Шунда уҡ Өфө ҡалаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү фонды менән Татарстандың бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.