Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар (көҙ) 2015» күргәҙмәһе уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

14-16 октябрҙә Өфөләге «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар (көҙ) 2015» XIX  төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә. Күргәҙмәне асыу тантанаһы 14 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә була.

Экспозицияла ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы яңылыҡтары, көҙгө-ҡышҡы осорҙа шифахана-курорт хеҙмәттәре, туризм һәм спорт, әүҙем ял һәм сәйәхәттәр өсөн тауарҙар етештереүҙә яңы йүнәлештәр менән таныштырасаҡтар.

Күргәҙмәлә Өфө һәм Башҡортостан, Пермь крайы, Нижегородка өлкәһе, Ҡазан, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙең туриндустрия предприятиелары һәм шифаханаларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Шифаханалар, профилакторийҙар, тау саңғыһы базалары көҙгө-ҡышҡы ял һәм һауыҡтырыу өсөн төрлө варианттар тәҡдим итәсәк.

Эшлекле программа сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре һәм ял итеүселәрҙең буш ваҡытын ойоштороу буйынса оҫталыҡ шоуы, шулай уҡ «Туристик сувенир» бөтә Рәсәй конкурсының тәүге этабына йомғаҡ яһау буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть