8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2015 йыл, 14:34

Башҡортостандағы 14 ауыл мәктәбе Рәсәйҙең иң яҡшы 200 мәктәбе исемлегенә инде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандағы 14 ауыл мәктәбе Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл мәктәптәре исемлегенә инде. Рейтинг Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы һәм «Уҡытыусылар гәзите» мәғлүмәти ярҙамы менән Мәскәүҙәге өҙлөкһөҙ математик белем биреү үҙәге тарафынан төҙөлгән.

Исемлеккә Борайҙың 2-се гимназияһы һәм 1-се урта белем биреү мәктәбе, Баҡалы ауылындағы 1-се һәм 2-се урта белем биреү мәктәптәре, Шишмә районындағы Шишмә гимназияһы һәм Алкин-2 ауылындағы урта белем биреү мәктәбе ингән.

Иң яҡшылар исемлегендә — Булгаков  (Өфө районы) һәм Талбазы (Ауырғазы районы) ауылдарындағы лицейҙар. Улар араһында Асҡындағы 2-се урта белем биреү мәктәбе, Иҫке Собханғол, Раевка, Иглин ауылдарындағы белем биреү учреждениелары бар.

Үрге Йәркәйҙәге һәм Равкалағы ике гимназия ла иң яҡшылар иҫәбендә.

Илдең иң яҡшы белем биреү ойошмаларының исемлеге 2013 йылдан төҙөлә. 2014 йылға тиклем рейтинг төҙөгәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре файҙаланылды. Быйылдан башлап мәғариф ойошмаһының сифатлы белем биреүгә индергән өлөшө Төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса баһалана. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса күрһәткес элеккесә ҡалды.