Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Мостай уҡыуҙары» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» республика ижади конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арналған.

Әҙәби ун көнлөктә Өфөнөң белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала. Конкурстың номинациялары: видеодәрестәр (уҡытыусылар өсөн генә), «Минең яратҡан яҙыусым (шағирым)» видеороликтары, «Әҙәби Өфө» фотоконкурсы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған эштәр 11 октябрҙән 21-нә тиклем ҡабул ителә, 22-нән 26-на ҡәҙәр — бәйгегә, 29 октябрҙә түңәрәк өҫтәлдә ун көнлөккә йомғаҡ яһала. Материалдарҙы  «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге махсус биткә һалырға йәки mustay_karim@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.

Конкурсты ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы менән берлектә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-методик үҙәге, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть