10 декабрь, Шәмбе

13 октябрь 2015 йыл, 12:37

Өфөлә танылған ғалим Нияз Мәжитов менән хушлашалар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн, 13 октябрҙә, Өфөлә танылған ғалим, тарихсы һәм археолог, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Нияз Мәжитов менән хушлашалар. Ғалим 11 октябрҙә вафат булды. Хушлашыу иртәнге сәғәт 11-ҙән Башҡортостан Фәндәр академияһында (Киров урамы, 15) була.

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 1933 йылдың 20 авгусында Ғафури районы Туғай ауылында донъяға килгән. Пермь дәүләт университетын тамамлаған. СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәрҙән Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президентына тиклем юл үтә.

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Нияз Мәжитов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын (1995-2002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһын (2000-2009) етәкләй, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы (2003-2005), «Шәрҡиәт мәсьәләләре» журналының редколлегия ағзаһы, «Башҡортостан археология ойошмаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының почетлы ағзаһы була.

Нияз Мәжитов тарихсы-археолог булараҡ билдәле. Көньяҡ Уралдағы урта быуат археология ҡомартҡыларын асҡан һәм тикшергән. Урал-Волга буйы төбәгендәге тимер быуат ҡомартҡыларын осорҙарға бүлеү, классификациялау эшенә, Евразия халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың этно-мәҙәни һәм социаль-иҡтисади тарихына ҙур өлөш индергән. 300-гә яҡын ғилми эш авторы.

1957 йылдан 2006 йылға тиклем ғилми хеҙмәткәр һәм отряд етәксеһе сифатында археологик экспедицияларҙа даими ҡатнашҡан. Бөрө ҡәберлеге (Бөрө районы), Турбаҫлы ҡурғандары, Өфө-II ҡаласығы — уның тарафынан тикшерелгән төп ҡомартҡылар. Ул 50 йылдан ашыу Башҡортостанда, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә даими археологик тикшереүҙәр үткәргән.

темалар: хәтер