Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Инвесторҙар көнөндә ҡатнашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

12 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Инвесторҙар көнөндә ҡатнашты, унда компанияның 2015-2020 йылдарға оҙайлы үҫеш программаһы һәм стратегияһы менән таныштырҙылар.

Акционерҙар өсөн килемлелек буйынса тармаҡ лидерҙарының береһе булараҡ, «Башнефть» артабан да 2014 йылғы күрһәткестән кәм булмаған күләмдә ҙур дивидендтар (20 миллиард һум) түләргә ниәтләй.

«Башнефть» компанияһының 2020 йылға тиклемге төп бурыстары — хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙлеге, тирә-йүнде һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы тармаҡ күрһәткестәренә өлгәшеү, шулай уҡ нефть сығарыуҙа һәм уны эшкәртеүҙә инновация технологияларын индереү.

Инвестиция берләшмәһе өсөн презентация башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Алексей Текслер менән осрашты. Компанияның ағымдағы етештереү һөҙөмтәләре, уның 2015 йылдың туғыҙ айындағы иҡтисади күрһәткестәре, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть